Эстәлеккә күсергә

Nautilus Pompilius

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Nautilus PompiliusНаутилус Помпилиус») — СССР һәм Рәсәй рок-төркөмө. Свердловск ҡалаһында барлыҡҡа килгән (рәсми рәүештә 1982—1983 йылдарҙа, Вячеслав Бутусов һәм Дмитрий Умецкий «Күсенеү» (Переезд) альбомы өҫтөндә эш башлаған ваҡытта). 1982 йылдан төркөм составы бер нисә тапҡыр үҙгәрә. Шулай уҡ төркөмдөң музыка стиле лә үҙгәрештәргә дусар була. Мәҫәлән, башланғыс осорҙа улар хард-рок уйнай. ә 1980-се йылдарҙа яңы тулҡын йүнәлешенә күсә. Төркөмдөң ижады шулай рок-музыканың башҡа төрҙәре — альтернатив рок, постпанк, инди-рок, һәм фолк-рок менән дә киҫелешә.

Наутилус Помпилиус
Nautilus Pompilius
фото
Концерт Нау. Конец 1980-х
Коллектив тураһында мәғлүмәт
Жанрҙар

новая волна
постпанк
арт-рок
симфо-рок
готик-рок
альтернативный рок

Йылдар

19821997
Перерыв в концертной деятельности: 1989
Воссоединения: 2003, 2004, 2013, 2014

Ҡала

Свердловск, Санкт-Петербург

Язык песен

русский

Лейбл

Jeff Records

Элекке
ҡатнашыусылар

Вячеслав Бутусов
Дмитрий Умецкий
Андрей Саднов
Игорь Гончаров
Александр Зарубин
Настя Полева
Илья Кормильцев
Виктор «Пифа» Комаров
Алексей Могилевский
Альберт Потапкин
Вадим Самойлов
Виктор Алавацкий
Алексей Хоменко
Владимир Назимов
Владимир Елизаров
Егор Белкин
Александр Беляев
Игорь Джавад-Заде
Гога Копылов
Николай Петров

Башҡа
проекттар

Ю-Питер

www.nautilus.ru

Был төркөмдөң иң билдәле йырҙарына «Скованные одной цепью», «Титаник», «Взгляд с экрана», «Прогулки по воде», «Крылья», «Я хочу быть с тобой» һәм «Последнее письмо» ҡарай.

1997 йылдың 5 июнендә «Россия» дәүләт үҙәк концерт залындағы «Һуңғы йөҙөү» («Последнее плавание») исемле концерттан һәм хушлашыу гастролдәренән һуң төркөм рәсми рәүештә тарҡала. Һуңғы альбомдары — «Яблокитай» һәм «Атлантида».

Рәсми рәүештә төркөм «Nautilus Pompilius» тип атала. Nautilus pompilius — наутилустар төрө моллюсктарының атамаһы. Бер нисә альбомда ике һүҙ ҙә ҙур хәрефтән — «NAUTILUS POMPILIUS»[1][2] тип яҙылған, тағы бер нисәһендә кириллицала ҙур хәрефтәр менән — «НАУТИЛУС ПОМПИЛИУС»[3][4]. Тағы төркөмдө «Наутилустар», «Нау», йәки «НП» тип тә йөрөтәләр[5][6].

Тәүҙә төркөм «Ғәли баба һәм ҡырҡ юлбаҫар» («Али-баба и сорок разбойников») тип атала, әммә башҡа Свердловск музыканттары был атамаға кире ҡарашта була[7]. «Наутилус» варианты 1983 йылда тауыш режиссеры Андрей Макаров тарафынан тәҡдим ителә. Ләкин Евгений Маргулис етәкселегендәге бындай атамалы төркөм барлығын белгәс, унан баш тарталар. Буталыш булмаһын өсөн, 1985 йылда, Илья Кормильцев тәҡдиме менән төркөмдөң атамаһы «Наутилус Помпилиус» итеп оҙонайтыла[7].

  1. «Князь тишины» на сайте Discogs.com
  2. «Родившийся в эту ночь» на сайте Discogs.com
  3. «Человек без имени» на сайте Discogs.com
  4. «Раскол» на сайте Discogs.com
  5. Д. Шавырин. Ожидается всплытие Нау // 'Московский комсомолец'. — 1990.
  6. Всплытие «Наутилуса». — 1990.
  7. 7,0 7,1 Юрий Шинкаренко «Никто нас не разлучит...». Интервью с В. Бутусовым и И. Кормильцевым // 'Уральский следопыт'. — 1988. Архивировано из первоисточника 14 ноябрь 2016.