Миссисипи (йылға)
Миссисипи (Оттава ҡушылдығы) менән бутамаҫҡа.
Миссисипи | |
---|---|
ингл. Mississippi River | |
Миссисипи (төньяҡтараҡ аҡҡан урыны) Сент-Луиста | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 3734 км |
Бассейн | 2 981 000 км² |
Һыу сығымы | 12 743 м³/с |
Һыу ағымы | |
Инеше | Николетт-Крик |
· Бейеклеге | 450 м |
· Координаталар | 47°14′23″ с. ш. 95°12′27″ з. д.HGЯO |
Тамағы | Мексика ҡултығы |
· Бейеклеге | 0 м |
· Координаталар | 29°09′13″ с. ш. 89°15′03″ з. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | Атлантик океан |
Ил | АҠШ |
— инеше, — тамағы | |
Миссисипи Викимилектә |
Миссисипи (ингл. Mississippi, МФА: [ˌmɪsəˈsɪpi]; оджибве телендә misi-ziibi или gichi-ziibi — «оло йылға») — АҠШ-тағы йылға, донъялағы иң ҙур йылғаларҙың береһе. Миссисипи — Төньяҡ Америкала иң эре йылғалар системаһының төп йылғаһы[1][2]. Ул Америка Ҡушма Штаттары биләмәһендә генә аға, шулай ҙа уның һыу бассейны Канадала ла таралыу алған. Миссисипиҙың башы тип Николетт-Крик инеше лә[3], Айтаска күле лә иҫәпләнә (ул ошо күлгә ҡоя)[4].
Сығанағы Миннесота штатында диңгеҙ кимәленән 530 м бейеклектә урынлашҡан. Йылға күберәген көньяҡҡа табан аға һәм оҙонлоғо 3770[2] километрға етә, Мексика ҡултығында киң дельта яһап барып ҡоя. 10 штат биләмәһе буйынса ағып үтә. Бассейны 31 штатты эсенә ала. Ул донъялағы иң ҙур йылғаларҙан дүртенсе урында, тулы һыулылығы буйынса туғыҙынсы урында тора.
Миссисипи Висконсин, Айова, Иллинойс, Миссури, Кентукки, Теннесси, Арканзас, Миссисипи һәм Луизиана штаттарының сигенән йәки ошо штаттар аша ағып үтә.
Индейҙар Миссисипи һәм уның ҡушылдыҡтары ярҙарында борондан йәшәгән. Уларҙың күбеһе һунарсы һәм йыйыусы булған, әммә ҡурған төҙөүсе тип аталған ҡайһы берҙәре үҫешкән ауыл хужалығы общиналары ойошторған. 1500-сө йылдарҙа европалыларҙың килеүе аборигендарҙың баштағы йәшәү рәүешен мәңгегә үҙгәртә. Башта йылға Яңы Испания һәм Яңы Франция, шулай уҡ иртә Ҡушма Штаттарының сиктәрен булдырып, барьер ролен үтәй, ә һуңғараҡ мөһим транспорт үҙәге һәм юл була. XIX быуатта, Көн кеүек асыҡ алдан билдәләгәнлек идеяһы апофеозы ваҡытында Миссисипи һәм уның ҡайһы бер көнбайыш ҡушылдыҡтары, башлыса Миссури, Ҡушма Штаттарының көнбайышҡа экспансия юлы булып хеҙмәт итә.
Ләм ултырмаларының ҡалын ҡатламы менән ҡапланған йылға үҙәне АҠШ-тың иң уңдырышлы төбәктәренең береһе булып тора, был Миссисипиҙа легендар пароходтар эраһы үҫешенә булышлыҡ итә. АҠШ-та граждандар һуғышы ваҡытында Союз көстәре тарафынан йылғаны баҫып алыу йылғаның сауҙа һәм транспорт юлы булараҡ мөһимлеге арҡаһында ҡаршылыҡтарҙа боролош нөктәһе булып тора. Ҡалаларҙың үҫеше һәм йылғала ҙур карап һәм баржаларҙың барлыҡҡа килеүе менән, XX быуат башында дамбалар, быуалар, шлюздар һәм башҡа гидротехник ҡоролмалар төҙөү буйынса масштаблы гидротехник эштәр башлана.
Миссисипи бассейнының хәҙерге үҫеше бер нисә рәт экология проблемаларына алып килә: иң ҙуры булып йылғаның ауыл хужалығы ҡалдыҡтары менән бысраныуы тора, был Мексика ҡултығын "үлем зонаһы"на килтерә. Һуңғы йылдарҙа йылға дельтаһында Миссисипиның Атчафалайа тармағына туҡтауһыҙ күсеше билдәләнә, был Яңы Орлеан кеүек дельтала порттар өсөн һәләкәтле эҙемтәләргә килтереүе мөмкин. Дренаждар һәм быуалар системаһы был процесты тотҡарларға мөмкинлек бирә, әммә тупраҡ ҡатламының ағыуы һәм эрозия арҡаһында күсеш йылдан-йыл арта.
Ҡушылдыҡтары һәм күлдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иң оҙон ҡушылдығы — Миссури. Миссури АҠШ-тағы иң оҙон йылға, ул өс йылға ҡушылғандан (Джефферсон, Мадисон һәм Галлатин) барлыҡҡа килгән. Иртыш менән бер рәттән Миссури донъяла иң ҙур ҡушылдыҡ йылға иҫәпләнә. Джефферсон һәм Миссури менән бергә ҡушып алғанда, Миссисипи Төньяҡ Америкала иң ҙур йылғалар системаһын тәшкил итә. Башланған урыны Джефферсондан алып ҡойған урынына хәтле — 6300 километр оҙонлоҡта.
Арканзас йылғаһы оҙонлоғо буйынса ҡушылдыҡтары араһында икенсе урында тора. Иң тулы һыулы ҡушылдығы булып Огайо иҫәпләнә. Иң ҙур ҡушылдыҡтары булып Иллинойс (һул ҡушылдыҡ), Де-Мойн, Ред-Ривер (уң ҡушылдыҡ) иҫәпләнә.
Миннесота штаты Гранд-Рапидс ҡалаһынан алыҫ түгел Уиннибигошиш күле бар. Күлдең киңлеге 11 километрғаса етә. Онала��ка күлен дә әйтеп китергә кәрәк. Был күл Висконсин штаты Ла-Кроссанан алыҫ түгел, киңлеге 6,4 км. Шулай уҡ Пепин күленең киңлеге — 3,2 км. Тәүге икеһе күл булараҡ та, һыуһаҡлағыс булараҡ та билдәле.
Физик география
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Миссисипиҙың урынлашыу географияһы йырҙа процесы, йылға үҙәне, уның аҡмаһы, курсы һәм урынлашыуы тураһында мәғлүмәттәрҙе үҙ эсенә ала.
Йылғаның бүленеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Миссисипиҙы ике ҙур участкаға бүлеү ҡабул ителгән: Үрге Миссисиспи һәм Түбәнге Миссисипи[5]. Бүленеү сиге Иллинойс штатындағы Каирҙа урынлашҡан, унда Миссисипи йылғаһына диңгеҙ кимәленән яҡынса 100 м бейеклектә Огайо йылғаһы ҡоя[6]. Үрге Миссисипи 47°N алып 37°N тиклем киңлектәрҙә ята[7], түбәнге 37°N алып 29°N тиклем урынлаша[6].
Үрге Миссисипи өс өлөшкә бүленә: башы, 793 км; Сейнт-Энтони-Фолс сығанағы, Миннеаполис һәм Сент-Луис күлдәре араһында бер нисә яһалма күл, Миссури штаты, 1069 км, урта Миссисипиға тиклем 310 км, йылғаның бөтә ҡалған өлөшө Сент-Луиста Миссури йылғаһы ҡойғанға тиклем.
Ғәҙәттәгесә, Миссисипи сығанағы Айтаска штатының парк территорияһында, күл үҙе бер нисә шишмә менән туҡланһа ла, Айтаска күлендә тип һанала.
Айтаска күленән Миссисипи башта төньяҡҡа аға, әммә тиҙҙән көнсығышҡа борола һәм, Касс күле һәм башҡа күп күлдәр аша ағып, төрл�� йүнәлештәргә борола, ә аҙаҡ көньяҡҡа йүнәлә. Үрге Миссисипи һаҙлыҡлы, күп күлдәр менән ҡапланған урында, ташлы һикәлтәләр һәм гөрөлдәктәр үҙәнендә аға. Миннеаполиста Миссисипиҙа Сент-Антони шарлауығы урынлашҡан, элек унан йылға буйлап судоходство башланған. Артабан көньяҡҡа ҡарай, Сент-Пол ҡалаһы янында Миссисипи матур Пепин күле аша аға.
Миссисипи Айтаска күленән тәүҙә төньяҡҡа аға, ләкин тиҙҙән көнсығышҡа борола һәм, Касс күле, башҡа күлдәр аша үтеп, төрлө йүнәлештәр буйынса боролош яһай, һуңынан көньяҡҡа ҡарай йүнәлә. Үрге Миссисипи бик күп күлдәр менән ҡапланған һаҙлы урындар буйлап аға, үҙәнендә ташлы тупһалар һәм ауышлыҡтар күп. Миссисипиҙағы Миннеаполиста элегерәк йылға буйлап суднолар йөрөгән Сент-Антони шарлауығы урынлашҡан. Артабан көньяҡҡа, Сент-Пол ҡалаһы янында, Миссисипи Пепин күле аша аға. Йылғаның был участкаһында 42 плотина бар. Уларҙың ун дүрте Миннеаполистан юғары урынлашҡан һәм башлыса энергетика һәм ял өсөн файҙаланыла. Ҡалған 28 плотина ҡала үҙәгендә урынлашҡан һәм коммерция навигацияһы өсөн ҡулланыла. Дөйөм алғанда, был 42 плотина йылға башы экологияһына көслө йоғонто яһай.
Үрге Миссисипи бассейны 5 экологик районды, 3 биомды һәм 3 физик-географик өлкәне үҙ эсенә ала (билдәле геоморфологик типтағы өлкәне): Лаврентий ҡалҡыулығын, Үҙәк уйһыулыҡты һәм Озарк яйлаһын[7]. Үрге Миссисипи территорияһы 9 мең йыл элек үк йәшәү өсөн яраҡлы булған. Был урындың беренсе тикшеренеүселәре француздар Луис Жульетт һәм Жак Маркетт, улар бында 1673 йылда килә[7].
Түбәнге Миссисипи
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Түбәнге Миссисипи бассейны майҙаны ҡушылдыҡтары менән бергә яҡынса 880 мең квадрат километр тәшкил итә[6]. Түбәнге Миссисипи территориялары 16 мең йыл элек үк йәшәү өсөн яраҡлы булған. Өлкәнең беренсе тикшеренеүсеһе испан конкистадоры Эрнандо де Сото була. Түбәнге Миссисипи бассейны 3 физик-географик өлкәне үҙ эсенә ала: Яр буйы тигеҙлеген, Уошито районын һәм Озарк яйлаһын[6].
Бассейн
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Миссисипи донъяла иң ҙур йылға бассейндарының береһе. Уның майҙаны яҡынса 3,27 млн км² тәшкил итә, был донъяла ҙурлығы буйынса Амазонка һәм Конгонан ҡалыша өсөнсө күрһәткес булып тора[6]. Миссисипи Ҡаялы тауҙар һәм Аппалачи тауҙар системаһы араһындағы киңлектең күп өлөшөнән һыуҙар йыя. Һыу ағымы юлы Айтаска күлендәге сығанағынан алып Мексика ҡултығына тиклем яҡынса 90 көнлөк[8].
Сығымы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Миссисипи сығымы йылына уртаса 7-20 мең м³/с тәшкил итә)[9]. Ул донъяла иң ҙур йылғалар унлығында булһа ла, уның аҡма сығымы Амазонка сығымынан ни бары 8 % ғына тәшкил итә[10].
Йылға һыуҙары Мексика ҡултығының тоҙло һыуҙарына эләгеп, уның менән ҡапыл ғына ҡатышмай. Океан һыуҙары менән тулыһынса ҡатнашҡанға тиклем, һыуҙың ҙур күләме Флориданы урап үтә һәм Джорджия ярҙарына тиклем барып етә ала.
1900 йылға тиклем Миссисипи йылына 400 миллион тоннаға тиклем ташылдыҡтар сығара. Ләкин һуңғы ике ун йыллыҡта был күләм йылына тик 145 миллион тонна тәшкил итә. Бындай ҙур кәмеү Миссисипи, Миссури, Огайо йылғаларында һәм уларҙың ҡушылдыҡтарында масштаблы гидротехник эштәр алып барыу менән бәйле, унда күп плотиналар, регуляциялы ҡоролмалар төҙөлә, үҙәндәрҙе нығытыу, ярҙарҙы нығытыу эштәре үткәрелә, тупраҡ эрозияһын кәметеү программалары индерелә[11].
Үҙәненең үҙгәреүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Миссисипи үҙ тарихында күп тапҡыр йә бер аҙ, йә ҙур күләмдә үҙәнен үҙгәртә. Шулай уҡ күп һанлы үҙгәреүҙәр уның ҡушылдыҡтары менән дә була, ҡайһы берҙәре юғала, ә икенселәре барлыҡҡа килә. Тәбиғи процесс һөҙөмтәһендә түбәнге Миссисипи Мексика ҡултығына ҡойоу урынын яҡынса һәр мең йыл һайын үҙгәртә. Был үҙәндә ташылдыҡтар өйөлөү, һыуҙың күтәрелеүе һәм ҡултыҡҡа ҡыҫҡараҡ юл табыуы һөҙөмтәһендә килеп сыға. Иҫке үҙән яйлап бөтә, үлән баҫа һәм иҫке үҙәнгә әйләнә. Был процесс арҡаһында һуңғы 5000 йыл эсендә көньяҡ Луизиананың яр һыҙығы ҡултыҡҡа 25-80 километрға алға шыла. Хәҙерге Миссисипи дельтаһы формаһының оҡшашлығы өсөн Birdfoot Delta (ингл. birdfoot — «ҡош тәпәйе») тип атала, йәки Balize Delta, Миссисипи дельтаһында беренсе француз ауылы исеме буйынса атала
Йылғаның тарихҡа тиклемге йүнәлештәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Миссисипи бассейны күп өлөшөндә Лаврентий боҙлоғо йоғонтоһо аҫтында һуңғы боҙлоҡ дәүере ваҡытында барлыҡҡа килә. Был ҙур боҙлоҡтоң көньяҡ өлөшө хәҙерге Ҡушма Штаттар территорияһына һәм Миссисипи бассейнына тиклем килеп етә. Боҙлоҡ сигенә башлағас, ултырма тоҡомдарҙың ҙур ҡатламдары йылғаның яҫы һәм уңдырышлы үҙәнен барлыҡҡа килтерә. Иреү ваҡытында ағып төшкән һыу Миссисипи үҙәненә юл яра, шул уҡ ваҡытта Минесота, Джеймс һәм Милк йылғаларының йылға үҙәндәрен хасил итә. Боҙлоҡ бөтөнләй сигенгәс, оҙайлы һыу ағымдары, Миссисипи ҡушылдыҡтарына ҡалған аҡма күләме өсөн саманан тыш эре гидрографик үҙенсәлектәр ҡалдырып, Гудзон ҡултығына йәки Атлантик океанға юл яра.
Боҙло ҡалҡандар 300 алып 132 мең йыл элек Миссисипины Рок-Айленд тирәһендә кәртәләй, уның йүнәлешен үҙгәртергә һәм хәҙерге үҙән буйлап көнбайышҡараҡ ағырға мәжбүр итә. Хеннепин йылғаһы шул уҡ исемле ҡасабала Миссисипиның боронғо үҙәне буйлап аға. Хеннепиндан көньяҡҡа ҡарай Миссисипиның боронғо үҙәненең өлөшө буйлап Иллинойс йылғаһы аға.
Хәҙерге осорҙа үҙәндең үҙгәреше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1876 йылдың мартында Миссисипи Ривери янында, Типтон округының ҙур булмаған өлөшөн Теннесиҙан айырып һәм уны үҙенең тармаҡтарының береһе Арканзасҡа ҡушып, ҡапыл йүнәлешен үҙгәртә. Был ваҡиға авульсия (ер участкаһын һыу баҫыу йәки йылғаның үҙәне үҙгәреүе һөҙөмтәһендә сит ергә берләштереү) булғанлыҡтан, штаттарҙың сиген күсермәҫкә ҡарар ителә[12].
Яңы Мадрид сейсмик зонаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яңы Мадрид сейсмик зонаһы Миссисипи буйлап ҡаланан алыҫ түгел үтә, Миссури штаты, Мемфис һәм Сент-Луис араһында. Зонаның сығышы авлакогендың барлығы менән бәйле, ул Мексика ҡултығы менән бер үк ваҡытта барлыҡҡа килгән. Өлкә сейсмик яҡтан әүҙем. Нью-Мадрид ер тетрәүе 1811—1812 йылдарҙа Рихтер шкалаһы буйынса 8 баллға көс менән халыҡ өсөн һәләкәтле һөҙөмтәләргә эйә була. Ер тетрәү һөҙөмтәһендә Рилфут күле барлыҡҡа килә (штат Теннесси), шулай уҡ йылғаның йүнәлеше үҙгәрә, ул бер аҙ ваҡытҡа кирегә борола.
Ҡушылдыҡтар һәм күлдәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иң оҙон ҡушылдыҡ — Миссури. Джефферсон, Мадисон һәм Галлатин йылғалары ҡушылыуынан барлыҡҡа килгән Миссури йылғаһы — Ҡушма Штаттарҙа иң ҙур йылға. Иртыш менән бер рәттән Миссури донъяла иң ҙур ҡушылдыҡ булып тора. Джефферсон, Миссури һәм Миссисипи бергә Төньяҡ Америкала иң оҙон йылға системаһын хасил итә. Джефферсон сығанағынан Миссисипи тамағына тиклем — 6300 километр. Арканзас йылғаһы оҙонлоғо буйынса Миссисипиның икенсе ҡушылдығы. Иң мул һыулы ҡушылдыҡ булып Огайо йылғаһы тора. Миссисипиның иң ҙур ҡушылдыҡтары — Иллинойс йылғаһы (һул), Де-Мойн, Ред-Риве йылғалары (уң).
Гранд-Рапидс ҡалаһынан алыҫ түгел, (Миннесота штаты) йылға Уиннибигошиш күлен барлыҡҡа килтерә, ул киңлегендә 11 км йәйелә. Шулай уҡ Ла-Кросстан алыҫ түгел (Висконсин штаты) Оналаска күлен билдәләп китергә мөмкин, унда йылғаның киңлеге 6,4 км, һәм Пепин күлен — киңлеге 3,2 км. Беренсе ике киң өлкә күл һәм һыуһаҡлағыс була, һыуҙары ирекле түгел. Миссисипиның киңлеге 1,6 км артҡан башҡа райондарҙа (Пепиндан тыш) йылға һыуҙары ирекле ҡала.
Йылғаны европалаларҙың асыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Миссисипи ярҙарына еткән беренсе европалы булып испан Эрнандо де Сото тора (1541 год), башҡа фараздар ҙа бар. 1681—1682 йылдарҙа беренсе булып Робер де ла Саль йылға аша йөҙә. 1518 йәки 1519 йылда дельтаға Алонсо Альварес Пинеданың испан экспедицияһы караптары инә, 1528 йылдың октябрь аҙағында Миссисипи дельтаһына Панфило Нарваэстың икенсе испан экспедицияһы сыға, ул, бер нисә юлдашы кеүек үк һыуҙа батып үлә[13]. Испандар йылғаны «Изге Рух йылғаһы» (исп. Río del Espíritu Santo тип атай; кем был исемде ҡушҡан — де Сото йәки унан алда килеүселәр, аныҡ билдәле түгел.
XVII быуатта йылғаны француз сәйәхәтселәре тикшерә башлай. 1682 йылда Миссисипиның бөтә уйһыулығы Франция биләмәһе тип иғлан ителә һәм француз короле Луи XIV хөрмәтенә Луизиана тип атала. 1718 йылда тамағынан 160 километр алыҫлыҡта Яңы Орлеанға нигеҙ һалына. 1763 йылғы Париж килешеүе буйынса Миссисипиның тамағынан көнсығышҡа ҡарай ерҙәр Бөйөк Британияға, ә көнбайышҡа ҡарай ерҙәр — Испанияға бирелә. 1800 йылда Франция Испан Луизианаһын һатып ала, 1803 йылда уны АҠШ-ҡа һата. 1812 йылда Орлеан алышында Бөйөк Британия өҫтөнән еңеү АҠШ-ҡа Миссисипи йылғаһының бөтә тамағын биләү хоҡуғын бирә.
Миссисипиҙа пароходтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Марк Твендың «Миссисипиҙағы тормош» әҫәре 1830 йылдан 1870 йылдарға тиклем Миссисипи буйлап яңы типтағы караптар сыҡҡанға тиклем әүҙем барған пароход ташыуҙары проблемаһын күтәрә. Огайонан Яңы Орлеанға тиклем юлды үткән беренсе пароход «Яңы Орлеан» пароходы була; был 1811 йылда була. Йылға буйлап үргә һәм түбәнгә 1860 йылда 5 мең пассажир һәм йөк пароходтары үтә[14].
1856 йылда йылға аша Иллинойс һәм Айова араһында беренсе тимер юлы күпере төҙөлә. Пароходтың беренсе күпер менән бәрелеше ҙур янъял ҡуптара. Пароход ташыуҙары пассажирҙарҙы һәм йөктәрҙе ташыу күләменә ҡарап XX быуаттың беренсе ун йыллығы аҙағында торомшҡа яраҡлы булып ҡала. 1910 йылда йылғала 559 пароход ҡына ҡала[14].
Миссисипи йылғаһының пароход компаниялары араһында Anchor Line айырылып тора. Компания 1859 йылдан алып 1898 йылға тиклем Сент-Луис — Яңы Орлеан маршрутында пароходтарҙың ҙур флотилияһына эйә була.
Һуңғараҡ йылға яйлап йөктәрҙең өлөшөн үҙенә кире ҡайтара — нимә ашығыс түгел, һыу аша ташыу осһоҙ була — һәм ҡабаттан йылға мөһим транспорт магистрале булып китә[14]. Миссисипиҙың әһәмиәте Бөйөк күлдәр районының сәнәғәт үҫеше менән бәйле яңынан, бигерәк тә 1939—45 йылдарҙағы Икенсе донъя һуғышынан һуң көсәйә.
Миссисипиҙа һыу ташыуҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1927 йылдың яҙында Миссисипиҙа «Туфан ҡалҡа» — йылға ярҙарынан 145 урында сыға һәм 70 000 км² майҙанды һыу баҫа, 400 млн USD күләмендә зыян күрелә.
Миссисипиҙың икенсе ҙур ташҡыны 1993 йылда була, һыу кимәленең артыуы Миссисипи менән Огайо ҡушылған урында күҙәтелә.
Техника
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Америка радиостанцияларының танылыу сигналдары Миссисипи йылғаһының көнсығышында урынлашҡандарының W хәрефенә, көнбайышында урынлашҡандарының K хәрефенә башлана[15].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ United States Geological Survey Hydrological Unit Code: 08-09-01-00- Lower Mississippi-New Orleans Watershed
- ↑ 2,0 2,1 Lengths of the major rivers . United States Geological Survey. Дата обращения: 14 март 2009. Архивировано 15 май 2013 года. 2009 йыл 5 март архивланған.
- ↑ Миссисипи (йылға) — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- ↑ Mississippi River 2013 йыл 7 октябрь архивланған. — Encyclopaedia Britannica
- ↑ Rivers of North America. Edited by Arthur C. Benke, Colbert E. Cushing. Elsevier Academic Press, Elsevier Inc. 2005
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 Rivers of North America. Edited by Arthur C. Benke, Colbert E. Cushing. Elsevier Academic Press, Elsevier Inc. 2005. P.231-282
- ↑ 7,0 7,1 7,2 Rivers of North America. Edited by Arthur C. Benke, Colbert E. Cushing. Elsevier Academic Press, Elsevier Inc. 2005. P.327-374
- ↑ General Information about the Mississippi River (недоступная ссылка — история). Mississippi National River and Recreation Area. National Park Service. Дата обращения: 15 июль 2006. Архивировано 15 май 2013 года.
- ↑ Americas Wetland: Resource Center . Americaswetlandresources.com (4 ноябрь 1939). Дата обращения: 6 ноябрь 2010. Архивировано 15 май 2013 года. 2013 йыл 26 апрель архивланған.
- ↑ Hydrologie du bassin de l'Amazone (фр.) // Grands Bassins Fluviaux, Paris. — 1993.
- ↑ Meade, R. H., and J. A. Moody, 1984, Causes for the decline of suspended-sediment discharge in the Mississippi River system, 1940—2007 Hydrology Processes vol. 24, pp. 35-49.
- ↑ ARKANSAS V. TENNESSEE, 246 U.S. 158:: Volume 246:: 1918:: Full Text:: US Supreme Court Cases from Justia & Oyez . Supreme.justia.com. Дата обращения: 12 март 2013. Архивировано 15 май 2013 года.
- ↑ См. Магидович В. И., Магидович И. П. Очерки по истории географических открытий. Т. 2 М., 1983.
- ↑ 14,0 14,1 14,2 В. Песков, Б. Стрельников — По дорогам Америки: Миссисипи . www.vokrugsveta.ru. Дата обращения: 1 май 2019.//Журнал «Вокруг Света» № 3 (2594), Март 1975
- ↑ RADIO CALL LETTERS (FCC) (ингл.). www.fcc.gov. Дата обращения: 1 май 2019. Архивировано из оригинала 6 ноябрь 2008 года. 2008 йыл 6 ноябрь архивланған.