Гавриил Архангел (Ябраил фәрештә)
Ябраил фәрештә (рус. Арха́нгел Гаврии́л) — ибраһими диндәрҙәге фәрештәләрҙең береһе. Йәһүдилектә (Гавриил (йәһ. גַּבְרִיאֵל)) һәм христианлыҡта (грек. Αρχάγγελος Γαβριήλ), шулай уҡ Исламда - Джәбраил (Ябраил - башҡ.). Был исем һүҙмә-һүҙ алғанда «Аллаһ — ҡөҙрәтем» тигәнде аңлата[4].
Гавриил Архангел | |
йәһ. גבריאל | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Статус канонизации | святой[d] |
Праздник святого | 29 сентябрь[2] |
Область святого или божества | Служба защиты государственной тайны ВС РФ[d][3] |
Хәрби звание | баш командующий |
Телгә алынған хеҙмәттәр | Потерянный рай[d] |
URL |
arquivos.rtp.pt/conteudo… cronacaoggiquotidiano.it/… |
Гавриил Архангел Викимилектә |
Йәһүдилектә
үҙгәртергәЙәһүдилектә Габриэль — Аллаһ тәхетенең дүрт яғынан һаҡлап тороусы дүрт архангелдың береһе (Габриэль, Михаэль, Уриэль и Рафаэль)
Бынан тыш Габриэль - үлем фәрештәһе[5].
Христианлыҡта
үҙгәртергәИҫке Ғәһедтә архангел Гавриил аша Даниил пәйғәмбәргә киләсәктә күрәсәктәр асыла тип яҙылған. Шулай уҡ архангел Гавриил изге Захарияға (Зәкәриә) ошоғаса түлһеҙ һаналған ҡатынының ул табасағын хәбәр итә. Был бала киләсәктә Иоанн Предтеча тип таныласаҡ.
Ниһайәт, архангел Гавриил Ғайса пәйғәмбәрҙең әсәһе Мәрйәм Инәгә улы тыуасағын хәбәр итә һәм уға үлеме алдынан шулай уҡ йәннәткә элгәсәген әйтә [6]
Исламда
үҙгәртергәЯбраил (Джибриль) ике боронғо семит һүҙенән — джибр («ҡол», «хеҙмәтсе») һәм ил («Илаһ») тора, һәм Аллаһ ҡоло тигәнде аңлата[7].
Исламда Ябраил фәрештә Аллаһы тәғәләгә иң яҡын дүрт фәрештә «мүкәррәбүн» мәләктәрҙән (фәрештәләрҙән). Ябраил Аллаһ менән пәйғәмбәрҙәр, шул иҫәптән Мөхәммәт Пәйғәмбәр араһында аралашсы. Ҡөрьән Кәрим дә Ябраил фәрештә аша Мөхәммәт Пәйғәмбәргә иңгән [8][9][10].
Мөфәссирҙәр (Ҡөрьәнде шәрехләүселәр, аңлатма биреүселәр) Ябраилде «рух» (әр-рух (ғәр. روح — дух) тип билдәләй [11], «изге рух» (рух әл-ҡутдус)[12], «тәҡүә рух» (әр-pyx әл-әмин)[13], «Аллаһ әмере рухы» (рух мин әмр Аллаһ)[14][15][16] тип атай. Шундай уҡ төшөнсәләр Ғайса пәйғәмбәр һәм уның әсәһе Мәрйәм Инә тураһында ла ҡулланыла[17][18][19] [20][21]; Ҡөрьән уларҙы ла Ябраил фәрештә менән бәйләй тип һанала[10].
Шулай уҡ ҡара
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ислам (ғәр.) — 0631.
- ↑ https://www.vaticannews.va/pt/santo-do-dia/09/29/san-gabriel-arcanjo.html
- ↑ https://zgt.mil.ru/O_sluzbe/Nebesnyj-pokrovitel
- ↑ Архангел Гавриэль 2012 йыл 3 декабрь архивланған.
- ↑ Рыбалка А. Энциклопедия еврейской демонологии
- ↑ Архангел Гавриил: история, его роль в иудаизме, исламе и христианстве
- ↑ Али-заде, А. А., 2007
- ↑ Әл-Бәҡара 2:97, 98
- ↑ Әт-Тәхрим 66:4
- ↑ 10,0 10,1 Ислам: ЭС, 1991
- ↑ Әл-Исра 17:85
- ↑ Ән-Нәхл 16:102
- ↑ Әш-Шуъара 26:193
- ↑ Ән-Нәхл 16:2
- ↑ Ғафир 40:15
- ↑ Әш-Шура 42:52
- ↑ Әл-Бәҡара 2:87
- ↑ Әл-Бәҡара 2:253
- ↑ Әл-Мәида 5:110
- ↑ Мәрйәм 19:17
- ↑ Әт-Тәхрим 66:12
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Афиногенова О. Н., Лосева О. В., Лукашевич А. А., Саенкова Е. М. Архангел Гавриил // Православная энциклопедия. Том X. — М.: Церковно-научный центр «Православная энциклопедия», 2005. — С. 187-191. — 752 с. — 39 000 экз. — ISBN 5-89572-016-1
- Соколов И. И. Архангел Гавриил // Православная богословская энциклопедия. — СПб.: Издание Петроград. Приложение к духовному журналу «Странник», 1903. — Т. 4. — Стб. Ҡалып:-..
- Пиотровский М. Б. Джибрил // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991. — С. 64.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Викимилектә Гавриил Архангел (Ябраил фәрештә) темаһы буйынса медиафайлдар бар.
- Иконы архангела Гавриила
- Архангел Гавриэль Ангелы в Иудаизме.